Размер шрифта: A A A Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Воскресенье, 12.07.2020, 10:51
МБОУ УРАЗОВСКИЙ ЛИЦЕЙ
Главная | Мой профиль | Выход | Вход
Приветствую Вас Гость | RSS
Меню сайта
Наш опрос
Что заставляет вас учиться?
Всего ответов: 128
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Главная » 2012 » Апрель » 10 » Ураҙ лицейы уҡыусылары Ульяновск ҡалаһында ла булдылар.
08:00
Ураҙ лицейы уҡыусылары Ульяновск ҡалаһында ла булдылар.

    Беҙҙең  лицейыбыҙҙың төп маҡсаты булып уҡыусыларҙан ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләү. Шунлыҡтан  лицейыбыҙҙа тракторсы-машинист һәм умартасы һөнәрҙәренән дәрестәр алып барыла. Мәктәпте тамамлағанда ошо һөнәр  буйынса таныҡлыҡ алып сығалар. Шулай уҡ 2008 йылдан алып лицейҙа агитбригада коллективы эшләй. Был ойошманы Әминә Фәрит ҡыҙы Зинәтуллина етәкләй. Бригада лицей тормошонда ғына түгел, район һәм республика кимәлендә үткәрелгән төрлө сараларҙа, форумдарҙа ла ҡайнап йәшәй. Ишембай, Стәрлебаш райондарында ла үткән слетта үҙебеҙҙе һынап ҡараныҡ. Быйыл да беҙ сираттағы сарала ҡатнашыу өсөн Ульяновск ҡалаһына юлландыҡ һәм биш көн "Юность” лагерында булдыҡ. Лицейҙан беҙ өс уҡыусы: минең менән Әғзәмова Лидиә, Бакиров Илнур ҡатнаштыҡ. Был форумда беҙ үҙебеҙҙе төрлө яҡтан һынап ҡараныҡ: проект эштәр эшләнек, "Шаяндар һәм тапҡырҙар” уйыны  уйнаныҡ, олимпиадала ҡатнаштыҡ. Лагерҙағы программа бик йөкмәткеле,  сараларға бай итеп төҙөлгән. Беҙҙең бер минутыбыҙ ҙа бушҡа үтмәне. Һаулыҡты нисек һаҡларға, иптәштәрең алдында сығыш яһарға, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре, интеллектуаль уйындар һәм башҡа төр эштәр ҡаралған ине.Хатта "Йәш фермерҙарға кәңәштәр”, "Ашаған аҙыҡ-түлектең сифатын нисек белергә” тигән темаларға әңгәмәләр ҙә үтте.

  Әлбиттә, был форумдан беҙ бик күп тәьҫораттар менән ҡайттыҡ, үҙебеҙгә  яңы дуҫтар таптыҡ. Шулай ҙа үҙ тыуған яғыбыҙҙы бик ныҡ һағындыҡ. Ошо күркәм тәбиғәтебеҙҙе нисек һаҡларға, ауыл хужалағының ҡайһы бер проблемалары, киләсәктә шул етешһеҙлектәр  өҫтөндә нисек эшләргә тигән маҡсат менән тиҫтерҙәрем араһында әңәгәмә лә үткәрҙек. Сөнки ауыл хужалығы булмаһа, йәшәүҙе күҙ алдына килтереп тә булмай, тип уйлайым мин.

Солтанбаева Гөлнур

Ураҙ лицейының 10 –сы класс уҡыусыһы

Фото здесь 

Просмотров: 373 | Добавил: arus | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Поиск
Вход на сайт
Погода
Календарь
«  Апрель 2012  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30
Друзья сайта
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz
  • Copyright MyCorp © 2020