Размер шрифта: A A A Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Вторник, 18.06.2019, 04:01
МБОУ УРАЗОВСКИЙ ЛИЦЕЙ
Главная | Мой профиль | Выход | Вход
Приветствую Вас Гость | RSS
Меню сайта
Наш опрос
Что заставляет вас учиться?
Всего ответов: 126
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Главная » 2012 » Май » 2 » Лицей үҫеш юлында.
11:20
Лицей үҫеш юлында.

Һәләтле педагог К.Д.Ушинский уҡыу процесын ойоштороуҙың төп талабын былай аңлатҡан: "Балалар мөмкин тиклем үҙ аллы хеҙмәт менән шөғөрләнһендәр, ә уҡытыусы  ул хеҙмәткә етәкселек итһен һәм уның өсөн материал бирһен”. Ошо талап берҙән-бер дөрөҫлөккә тап килә. Ураҙ лицейы уҡыусыларының фәнни-эҙләнеү эштәре менән шөғөрләнеүе ошоға дәлил булып тора.  Директорҙың фән буйынса урынбаҫары Наида Сәғитьйән ҡыҙы Ғарипова кафедралар араһында сираттағы конкурсты ошо  эҙләнеүҙәр буйынса ойошторҙо. Һәр кафедра үҙенең уҡыусыларының эштәрен тәҡдим итте.

Әйтергә кәрәк, балалар конкурсҡа етди әҙерләнгән. Һәр сығыш хәҙерге заман технологияларына яраҡлаштырып эшләнгән.  Темалары ла бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс булды.

Икенсе синыф уҡыусыһы Нафиков Радим  "Ҡурай” темаһын һайлаған. Ул һөйләп кенә ҡалманы, ҡурайҙа уйнап та алды. Башланғыс синыфтар араһында ул еңеүсе итеп танылды.  Өсөнсөнән Закиров Ильяс бәләкәй саҡтан уҡ ҡыҙыҡһыеған динаҙаврҙар тураһында һөйләне. Уның грамотаһы "Тарихҡа һөйөү өсөн” тигән номиняцияла булды. Дүртенсе синыфтан Алһыу Мостафина хәҙерге заман өсөн бик актуаль булған  "Таныш һәм таныш түгел һыу” , ә Юлиә Харисова "Кока-кола. Файҙа йәғни зыян” темаһын һайлағандар. Улар иһә "Беҙ һаулыҡ һаҡлау өсөн” номинацияһында еңеп сыҡтылар. Бишенсе синыфтан Фаззлетдинов Спартак "Тешегеҙҙе һаҡлағыҙ” тигән темаға бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр йыйнаған. Жюри уның сығышын "Иң актуаль ” тип тапты. Теүәл  кафедраны бишенсе синыф уҡыусыһы Саттарова Айсылу "Математик йомаҡтар”  темаһын тәҡдим итте. Уның эше "Тамашасы һөйөүе” нә лайыҡ булды.  Туғыҙынсы синыфтан Гарипова Рәсиләнең  Ураҙ ауылының демографик ситуацияһын өйрәнгән эше ҙур синыфтар араһында еңеүсе  итеп табылды. Шул уҡ синыфтан Низаметдинов Заһир ҡырмыҫҡалар тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Әйткәндәй, был эше менән Заһир республикала сығыш яһаған ине. Ул "Иң мауыҡтырғыс” номинацияһында еңеүсе булып сыҡты. Етенсе синыф уҡыусыһы  Юмабаева Гүзәлиә инглиз һүҙҙәренең урыҫ телендә ҡулланылышы тураһында бик үҙенсәлекле тема һайлаған. Гуманитар кафедранан әҙерләнгән был сығыш "Оригиналлыҡ” номинацияһында билдәләнде. 

Был тик көсөргәнешле ярыш ҡына булып үтмәне. Сығыштар араһында районда "Учалы йондоҙсоҡтары”, Белорет ҡалаһында зональ "Яҙғы тамсылар” конкурсында еңеү яулап, республикала йәш таланттар бәйгеһендә  ҡатнашҡан  Усманова Әлиә һәм  Шакирьянов Газинурҙың моңло йырҙары, лицей   ансамбленең дәртле бейеүҙәре биҙәп торҙо.

Барыһына ла кисә ныҡ оҡшаны. Фән-үҫеш нигеҙе.  Киләсәктә лә ошондай кисәләргә ҡатнашырға ҙур теләк менән таралыштылар уҡыусылар. Уңыштар һеҙгә.

 Вилена Файзуллина туғыҙынсы синыф уҡыусыһы. Етәксеһе Айбатова Земфира.

Фотографии здесь.


Просмотров: 544 | Добавил: arus | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Поиск
Вход на сайт
Погода
Календарь
«  Май 2012  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031
Друзья сайта
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz
  • Copyright MyCorp © 2019